+15 °С
Облачно
Милли проекттар
28 Февраля 2022, 13:14

Йыр-бейеү – мәңгелек юлдаш

Бөрйән районының Камил Рәхимов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүселәр күптән түгел генә “Форте” ксилофоны алып ҡыуанһа, ошо көндәрҙә “Аккорд” фабрикаһында эшләнгән “Н.Рубинштейн” маркалы пианиноға, Fat Custom Drums барабандарына эйә булдылар. #миллипроект #нацпроект #национальныепрое

Бөрйән районының Камил Рәхимов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүселәр күптән түгел генә “Форте” ксилофоны алып ҡыуанһа, ошо көндәрҙә “Аккорд”  фабрикаһында эшләнгән “Н.Рубинштейн” маркалы пианиноға,  Fat Custom Drums барабандарына эйә булдылар.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Сәнғәт мәктәптәре фондтары яңыртылыуы “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә дауам итә, тип хәбәр итә Бөрйән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Заманса музыка ҡоралдары алыу – беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс”, – ти балалар сәнғәт мәктәбе директоры Рәмил Иманғолов.

Сағыу яңы уйын ҡоралдары балаларҙы дәртләндерер, музыка донъяһына әйҙәр”, – тип ҡыуанысын йәшермәй уҡытыусылар ҙа.

“Мәҙәниәт” милли проекты 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Был ваҡыт эсендә ике мең белем биреү усағы яңы музыка ҡоралы алып ҡыуаныр, тип көтөлә.

Фото – Бөрйән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас