+19 °С
Облачно
Милли проекттар
24 Февраля 2022, 06:12

Эшһеҙҙәр кәмей

Башҡортостанда эшһеҙлек кимәле тарихи минимумға еткән – 30 йыл эсендә 3,8 процентҡа кәмегән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Эшһеҙҙәр кәмейЭшһеҙҙәр кәмей
Эшһеҙҙәр кәмей

Башҡортостанда эшһеҙлек кимәле тарихи минимумға еткән – 30 йыл эсендә 3,8 процентҡа кәмегән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Был хаҡта Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2021 йылдың дүртенсе кварталына эш менән мәшғүл кешеләрҙең һанын пандемияға тиклем күрһәткестәргә еткерергә бурыс ҡуйғайны.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, маҡсат итеп алған күрһәткестәр арттырып үтәлгән һәм пандемияға тиклемге осорға еткән. Эшкә урынлаштырылған йәки башҡа рәүешле мәшғүллек тапҡан кешеләр һаны 93,6 меңгә еткән. Был планға ҡарағанда 1,6 тапҡырға артыҡ. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса эшһеҙҙәр һаны 71,9 мең кеше тәшкил иткән, был маҡсат буйынса күрһәткестәрҙән 14 процентҡа кәмерәк. Теркәлгән эшһеҙлек һаны йылына 4,8 тапҡырға кәмегән.

Эшкә урынланлаштырыу һәм мәшғүллекте һаҡлау буйынса саралар комплексы тәү сиратта йәштәргә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары хеҙмәткәрҙәренә, граждандарҙың социаль  яҡланмаған ҡатламына йүнәлтелгән. Өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, шулай уҡ “Алға” махсус иҡтисади зонаһы һәм моноҡалалар (Бәләбәй, Күмертау, Благовещен, Нефтекама, Белорет) биләмәләрендә эш урындары булдырылған. Социаль йүнәлешле коммерция булмаған ойошмаларға ярҙам күрһәтелгән. Финанслауҙың дөйөм күләме, федераль аҡсаларҙы ла иҫәпкә алып, 800 миллион һумдан ашҡан. Бынан тыш, эш биреүселәрҙе эшһеҙ граждандарҙы эшкә алыуға һәм граждандарҙың айырым категорияларын яңынан уҡытыуға  йүнәлтелгән өҫтәмә саралар тормошҡа ашырылған.

Быйыл “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Проектҡа бер ни тиклем үҙгәрештәр индерелә.

Фото – Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас