-4 °С
Облачно
Милли проекттар
24 Февраля 2022, 05:41

Документтар ҡабул ителә

БР Ауыл хужалығы министрлығында ауыл хужалығы кооперативтарына субсидиялар биреүгә документтар ҡабул итеү дауам итә. 2022 йылда етештереүгә киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға дәүләт ярҙамы 173 миллион һум тәшкил итә. Документтар 16 мартҡа тиклем ҡабул ителә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Документтар ҡабул ителәДокументтар ҡабул ителә
Документтар ҡабул ителә

БР Ауыл хужалығы министрлығында ауыл хужалығы кооперативтарына субсидиялар биреүгә документтар ҡабул итеү дауам итә.

2022 йылда етештереүгә киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға дәүләт ярҙамы 173 миллион һум тәшкил итә. Документтар 16 мартҡа тиклем ҡабул ителә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

– Сарала ауыл хужалығы кооперативтары ҙур әүҙемлек күрһәтер, тип көтәбеҙ. Тәжрибә күрһәтеүенсә, субсидия алыуҙа башлыса артабан үҫешергә, яңы продукция сығарырға теләгән кооперативтар ҡатнаша, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектының “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” төбәк проекты сиктәрендә бүленгән субсидияға документтар тапшырыуҙың беренсе осоро 11 февралгә тиклем барҙы, унда 13 ауыл хужалығы кооперативы һайлап алынды, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото – БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас