

Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында яңы фельдшер-акушер пункты асылды. Уны төҙөүгә һәм йыһазландырыуға биш миллион һум аҡса бүленгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
ФАП асылыу – ауыл халҡы өсөн мөһим һәм шатлыҡлы ваҡиға, тип билдәләй БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Яңы фельдшер-акушер пункты асылыу медицина ярҙамы күрһәтеү, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, диспансеризация үткәреү кимәлен күтәрергә булышлыҡ итер. Модулле ФАП ауыл халҡы өсөн ҙур бүләк булды, – ти Иҫәнғол дауаханаһының баш табибы Денис Ғәбәүетдинов.
Яңы фельдшер-акушер пунктында фельдшер Зинфира Аҡсурина эшләй. Уның дөйөм эш стажы – 20 йылдан ашыу.
ФАП 938 кешене хеҙмәтләндерә. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылған.
Фото – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.