+14 °С
Болотло
Милли проекттар
22 Февраль 2022, 06:02

Ҡышҡы бәйге күңелле үтте

Туймазы районында “Ҡышҡы бәйге” ярыштары үтте. Сара профессиональ спортсылар өсөн тәғәйенләнмәгән, йәштәр өсөн яраҡлаштырылған ярыштарҙан тора. “Ҡырғыҙ”, “Ҡаңлы”, “Йылан” командалары сана тартыу, уҡ атыу, суҡмар ырғытыу, таяҡ тартыу, “тарт – эт”уйыны, боҙ тартыу, арҡан тартыу буйынса көс һынашты. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ҡышҡы бәйге күңелле үттеҠышҡы бәйге күңелле үтте
Ҡышҡы бәйге күңелле үтте

Туймазы районында “Ҡышҡы бәйге” ярыштары үтте. Сара профессиональ спортсылар өсөн тәғәйенләнмәгән, йәштәр өсөн яраҡлаштырылған ярыштарҙан тора.

“Ҡырғыҙ”, “Ҡаңлы”, “Йылан” командалары сана тартыу, уҡ атыу, суҡмар ырғытыу, таяҡ тартыу, “тарт – эт”уйыны, боҙ тартыу, арҡан тартыу буйынса көс һынашты.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ярышта Туймазы һәм Шаран райондары уҡыусылары ҡатнашты. Тәүге урынға Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбенән “Ҡаңлы” командаһы сыҡты, икенсе урынға Шаран ауылы уҡыусыларының “Ҡырғыҙ” командаһы лайыҡ булды, өсөнсө урынды Төмәнәк ауылы мәктәбе уҡыусыларынан торған “Йылан” командаһы алды.

– Командабыҙ башлыса көрәшселәрҙән тора, беҙ ярышҡа үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡарар өсөн килдек. Балаларға уйындар оҡшаны. Ғәҙәти булмаған ярыштар бөтә төр мускулдарҙы ла эшләтә. Ҡайһылыр ярыш төрөндә еңел йүгереү талап ителһә, икенсеһендә көс күп кәрәк. Егеттәр командала эшләргә, бер-береһенә таяныс булырға өйрәнә. Был сифаттар спортта ла, тормошта ла бик кәрәк. Бәйге уйындарының  киләсәге ҙур булыуына ышанам, – ти Туймазы ҡалаһы 4-се мәктәбе командаһы тренеры – физкультура уҡытыусыһы Азамат Мөҡсинов.

“Ҡышҡы бәйге” ярыштары республиканың бөтә муниципалитеттарында ла үткәрелә, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Сара “Демография” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә ойошторола.

Фото – Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас