+2 °С
Облачно
Милли проекттар
21 Февраля 2022, 08:07

Йылға үҙәндәре таҙартыла

Башҡортостанда йылға үҙәндәрен таҙартыу һәм тәрәнәйтеү буйынса эштәр дауам итә. Быйыл “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә Благовещен ҡалаһынан алыҫ түгел Потеха йылғаһы эргәһендәге быуала экологик хәлдәрҙе яҡшыртыу буйынса эштәр алып барыла. Был һыу ятҡылығы XVIII быуатта баҡыр иретеү заводы кәрәк-ярағына тотонор өсөн булдырылған. Әле уның әйләнә-тирәһендә шәхси өйҙәр урын алған, бер яғында арматура заводы урынлашҡан. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Йылға үҙәндәре таҙартылаЙылға үҙәндәре таҙартыла
Йылға үҙәндәре таҙартыла

Башҡортостанда йылға үҙәндәрен таҙартыу һәм тәрәнәйтеү буйынса эштәр дауам итә. Быйыл “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә Благовещен ҡалаһынан алыҫ түгел Потеха йылғаһы эргәһендәге быуала экологик хәлдәрҙе яҡшыртыу буйынса эштәр алып барыла.

Был һыу ятҡылығы XVIII быуатта баҡыр иретеү заводы кәрәк-ярағына тотонор өсөн булдырылған. Әле уның әйләнә-тирәһендә шәхси өйҙәр урын алған, бер яғында арматура заводы урынлашҡан.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

– Быуаның хәле урындағы кешеләрҙе борсой ине. Ул һаҙлыҡҡа әйләнеп бара, йылы көндәрҙә еҫләнә. Һыу ятҡылығының төбөн  таҙартыу эштәрен 2020 йылда “Экология” милли проектының “Һыу объекттарын экологик сәләмәтләндереү” төбәк проекты сиктәрендә башланыҡ, быйыл тамамларға йыйынабыҙ, – ти БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров.

Эштәр өсөн 80,92 миллион һум аҡса бүленә, тип хәбәр итә  БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

2022 йылда шулай уҡ Дим йылғаһында ла таҙартыу эштәре планлаштырыла.

Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас