+21 °С
Облачно
Милли проекттар
21 Февраля 2022, 09:00

“Тыуған ерендә эшләргә теләүселәргә мотлаҡ ярҙам күрһәтергә кәрәк”

Яңауылда үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә эшһеҙ ҡалған граждандарҙың төрлө программаларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге хаҡында һөйләштеләр. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Тыуған ерендә эшләргә теләүселәргә мотлаҡ ярҙам күрһәтергә кәрәк”“Тыуған ерендә эшләргә теләүселәргә мотлаҡ ярҙам күрһәтергә кәрәк”
“Тыуған ерендә эшләргә теләүселәргә мотлаҡ ярҙам күрһәтергә кәрәк”

Яңауылда үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә эшһеҙ ҡалған граждандарҙың төрлө программаларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге хаҡында һөйләштеләр.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Андреевка ауылынан Әнфир Хасфатуллин әле мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә тора. Тормош иптәше менән бергә улар һыйыр, сусҡа, һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫрай. Киләсәктә мал-тыуарын арттырырға теләктәре. Бының өсөн финанс ярҙамы күрһәтеү, шулай уҡ социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыуҙа ҡатнашыу тураһында консультация ярҙамына мохтаждар.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусылар уларҙы финанс ярҙамы төрҙәре менән таныштырҙы, төрлө программаларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге тураһында һөйләне, тип хәбәр итә Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Тыуған төбәгендә эшләргә, үҙ эшен асырға ынтылғандарға төрлөсә ярҙам күрһәтергә кәрәк”, – ти Яңауыл районы хакимиәте башлығы Салауат Ғилмиев.

Фото –  Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.  

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас