

Туймазы районында Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы вәкиллеге асылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Вәкиллек менән “Изге һүҙ” (“Доброе слово”) психология-логопедия студияһын ойоштороусы Ангелина Уйылданова һайланды. Ул 2020 йылда “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашып, социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам ала.
Ассоциацияның маҡсаты – тәү сиратта эшҡыуарлыҡ юлына баҫҡан ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам күрһәтеү. Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙар ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьмина йәмәғәт ойошмаһының барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырҙы, сара һуңында бизнес алып барыу мәсьәләләре, дәүләт ярҙамы хаҡында һөйләштеләр, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы вәкиллеге “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә асылды.
Фото – Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.