

Мәләүез районының Сергеевка ауылы янында глэмпинг төҙөлә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Глэмпинг “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә Туризм буйынса федераль агентлығынан грант алған.
Турбаза төҙөү өсөн гранттан тыш эшҡыуарҙар ял итеү катеры өсөн дә субсидия алған. Дәүләт ярҙамы, дөйөм алғанда, биш миллион һум тәшкил иткән.
Әле төҙөлөш тамамланыу алдында, тип хәбәр итә Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Ял базаһы “Башҡортостан” милли паркы биләмәһендә, Нөгөш һыуһаҡлағысы буйында урынлашҡан. Глэмпинг туристар яратып йөрөгән Күперле шарлауығы карст күперенән 18 саҡрым арала була.
– Беҙгә йыл һайын 3 – 5 мең кеше килә. Ял өсөн өҫтәлмә урындар булдырыу килгән кешеләрҙең һанын ун меңгәсә еткерергә мөмкинлек бирер. Маҡсатыбыҙ шул. Туристарҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итергә теләйбеҙ. Төп йүнәлешебеҙ – клиенттарыбыҙҙың ялын уңайлы итеп ойоштороу, шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән дә туристарҙы йәлеп итеү, – ти эшҡыуарҙар.
БР туризм буйынса дәүләт комитеты Башҡортостанда ҡунаҡсыллыҡты үҫтерергә теләгән эшҡыуарҙар өсөн консультация ярҙамы күрһәтергә әҙер. Был ярҙам төрҙәре тураһында ошо һылтанма буйынса уҡып белә алаһығыҙ: https://tourism.bashkortostan.ru/documents/other/364324/ .
Фото – Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.