+22 °С
Облачно
Милли проекттар
17 Февраля 2022, 15:13

Балалар өсөн – башҡортса уйынсыҡтар

Сибай ҡалаһынан Альбина Әхмәтова балалар өсөн башҡортса яҙыулы уйынсыҡтар әҙерләй. Бизнес-проект мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы үҫтереүгә, уларҙың аҡыл һәм ижади мөмкинлектәрен асыуға йүнәлтелгән. Ағас муйынсаҡ, мозаика һәм башҡа уйынсыҡтар логиканы, фекерләүҙе, моториканы үҫтерә, ти ул. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Балалар өсөн – башҡортса уйынсыҡтарБалалар өсөн – башҡортса уйынсыҡтар
Балалар өсөн – башҡортса уйынсыҡтар

Сибай ҡалаһынан Альбина Әхмәтова балалар өсөн башҡортса яҙыулы уйынсыҡтар әҙерләй. Бизнес-проект мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы үҫтереүгә, уларҙың аҡыл һәм ижади мөмкинлектәрен асыуға йүнәлтелгән. Ағас муйынсаҡ, мозаика һәм башҡа уйынсыҡтар логиканы, фекерләүҙе, моториканы үҫтерә, ти ул.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Шәхси эшҡыуар  2020 йылда эш башлай. Үҙ аҡсаһына кәрәкле ҡорамалдар ала. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты ярҙамында һәм Сибай ҡалаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү муниципаль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2020 йылдың декабрендә эшҡыуар 300 мең һум субсидия ала. Был аҡса уға уйынсыҡтарҙы төрөү өсөн ҡоролма, төҫлө принтер алырға мөмкинлек бирә.

Фото – Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас