+23 °С
Ясно
Милли проекттар
17 Февраля 2022, 07:55

Һанлы технологиялар ауыл хужалығында ла киң ҡулланыла

Башҡортостандың ауыл хужалығы, дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлыҡтары, шулай уҡ “Стар Нафта”, “Восход-СТ” ойошмалары,  Хәбибрахманова Ш.М. крәҫтиән-фермер хужалығы һанлы трансформация өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ предприятиеларға консультация, ойоштороу, мәғлүмәти-аналитик һәм методологик ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Һанлы технологиялар ауыл хужалығында ла киң ҡулланылаҺанлы технологиялар ауыл хужалығында ла киң ҡулланыла
Һанлы технологиялар ауыл хужалығында ла киң ҡулланыла

Башҡортостандың ауыл хужалығы, дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлыҡтары, шулай уҡ “Стар Нафта”, “Восход-СТ” ойошмалары,  Хәбибрахманова Ш.М. крәҫтиән-фермер хужалығы һанлы трансформация өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ предприятиеларға консультация, ойоштороу, мәғлүмәти-аналитик һәм методологик ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

– Республиканың ауыл хужалығы сәнәғәте комплексы предприятиелары эшендә һанлы технологияларҙы йылдан-йыл әүҙемерәк тотона. Был – заман талабы. Бөгөн һөт фермаһында көтөү системаһы йә баҫыуҙа эш мәлендә спутник навигацияһы ҡулланыу бер кемде лә аптыратмай. Технологиялар йылдам үҫешә. Дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлығындағы коллегаларыбыҙ менән берлектәге бурысыбыҙ – предприятиеларға цифрлашыу кимәлен баһаларға һәм шунан сығып саралар планын төҙөргә ярҙам итеү, – ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов.

Был хәл ауыл хужалығы өлкәһендәге предприятиеларға “Һанлы технологиялар” милли проектының “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” программаһы сиктәрендә дәүләт тарафынан комплекслы ярҙам күрһәтеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу һәм күрһәтелгән ярҙам сараларында ҡатнашыу буйынса проектҡа старт бирҙе, тип хәбәр итә БР Һанлы үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото – БР Һанлы үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас