+15 °С
Ясно
Милли проекттар
16 Февраля 2022, 09:51

Ағас әйберҙәргә һорау арта ғына

Ағастан эшләнгән мебель, башҡа интерьер әйберҙәре – өй йылыһын булдырыуҙа иң яҡын ярҙамсылар. Тәбиғилеге, матурлығы уларҙы популяр итә. Сибай ҡалаһындағы “Ламель” ойошмаһы, яңы эш башлауына ҡарамаҫтан, ышаныслы һәм яуаплы булыуы менән күптәрҙең күңелен яулаған. Балалар карауаты, өҫтәл, беседка кеүек йыһазды тирә-яҡтан да килеп алалар. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ағас әйберҙәргә һорау арта ғынаАғас әйберҙәргә һорау арта ғына
Ағас әйберҙәргә һорау арта ғына

Ағастан эшләнгән мебель, башҡа интерьер әйберҙәре – өй йылыһын булдырыуҙа иң яҡын ярҙамсылар. Тәбиғилеге, матурлығы уларҙы популяр итә.

Сибай ҡалаһындағы “Ламель” ойошмаһы, яңы эш башлауына ҡарамаҫтан, ышаныслы һәм яуаплы булыуы менән күптәрҙең күңелен яулаған. Балалар карауаты, өҫтәл, беседка кеүек йыһазды тирә-яҡтан да килеп алалар.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Предприятие 2020 йылдың ноябрендә эш башлай. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты ярҙамында һәм “Башҡортостан Республикаһының Смбай ҡалаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү” муниципаль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2020 йылдың декабрендә “Ламель” ойошмаһына 300 мең күләмендә субсидия бүленә. Был аҡсаға кәрәкле ҡоролмалар һәм материалдар алына. Һөҙөмтәлә продукция ассортиментын киңәйтергә мөмкинлек тыуа, тип хәбәр итә  Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Ламель” ойошмаһы директоры Нәзиф Шәрипов әйтеүенсә, эшселәр йыһаздың сифатына бик иғтибарлы, заказсыларҙың теләктәрен дә иҫәпкә алып эшләй.

Фото –  Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас