+15 °С
Облачно
Милли проекттар
11 Февраля 2022, 06:44

Тәбиғәтте һаҡлау – һәр кемдең бурысы

14 февралдән алып 14 мартҡа тиклем Башҡортостанда “Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар!” экомарафоны үтә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Тәбиғәтте һаҡлау – һәр кемдең бурысыТәбиғәтте һаҡлау – һәр кемдең бурысы
Тәбиғәтте һаҡлау – һәр кемдең бурысы

14 февралдән алып 14 мартҡа тиклем Башҡортостанда “Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар!” экомарафоны үтә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Сараға бөтә уҡыу йорттары, йәмәғәт ойошмалары, предприятиелар, компаниялар һәм башҡа учреждениелар саҡырыла. Бының өсөн 300 килограмдан ашыу макулатура йыйырға, шунан акция сайтына түбәндәге һылтанма буйынса ғариза ҡалдырырға кәрәк: Сдай-Бумагу.рф йәки www.Sdai-Bumagu.com.   

300 килограмдан ашыу макулатура – А4 ҡағыҙының 120 сантиметр бейеклегендәге дүрт өйөмө йәки 850 кәрәкмәгән китап ул.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, акция республика райондары һәм ҡалалары араһында ярыш рәүешендә үтә. Экомарафон һөҙөмтәләре буйынса муниципалитеттарҙың йәшел рейтингы төҙөлә. Макулатураны алып китер өсөн акцияның рәсми сайтында (www.сдай-бумагу.рф) алдан ғариза ҡалдырырға кәрәк, уны эшкәртеүсе компания килеп ала.  Ҡатнашыусылар рәхмәт хаттары менән бүләкләнәсәк, ә иң ҙур һөҙөмтә күрһәткәндәргә аҡсалата премия биреләсәк.

Экомарафон “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән комплекслы эшләү” федераль проектына булышлыҡ итеү сиктәрендә ойошторола. Уға ярашлы, 2024 йылға эшкәртеүгә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтың 12 проценты йүнәлтелергә тейеш.

Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас