

– Льготалы лизинг – ауыл хужалығы предприятиеһына, фермер хужалығына техника паркын бер юлы ҙур сығым һалмайынса яңыртыу мөмкинлеге ул. Янда ҡалған аҡсаны ашлама, орлоҡ, яғыулыҡ өсөн тотонорға мөмкин, – ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов.
Лизинг ярҙамында республика хужалығында яңы 141 трактор, 122 иген йыйыу, 26 ем урыу комбайны, 141 тупраҡ эшкәртеү машинаһы, 56 сәскес һәм сәсеү ҡоролмаһы, 86 яҫма урғыс, 110 йөк машинаһы, 46 ашлама һәм ағыу һиптергес, 300-ҙән ашыу башҡа техника алынған.
Аграрийҙар өсөн 2022 йылдың көҙөнә тиклем “Росагролизинг” льгота программаһын ҡулланып, техниканы лизингка алырға мөмкинлек бар әле.
Лизингка техниканы алғандан һуң ауыл хужалығы сәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу республика программаһы сиктәрендә сығымдың 50 процентына тиклем компенсация алырға мөмкин.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.