+13 °С
Ясно
Милли проекттар
10 Февраля 2022, 15:08

Файҙалы һәм тәмле балыҡты үҙҙәрендә етештерәләр

Ғафури районы Мәндем ауылында бағыр балығы үрсетәләр. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Файҙалы һәм тәмле балыҡты үҙҙәрендә етештерәләрФайҙалы һәм тәмле балыҡты үҙҙәрендә етештерәләр
Файҙалы һәм тәмле балыҡты үҙҙәрендә етештерәләр

Ғафури районы Мәндем ауылында бағыр балығы үрсетәләр.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Эшҡыуар Рафаэль Иғбирҙин проектын тормошҡа ашырыу ниәтендә 2020 йылда район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килә. Бында уға ер участкаһы бүлеүҙә ярҙам күрһәтелә.

Йүнсел иҫ киткес матур тәбиғәтле Мәндем ауылында биш метр тәрәнлегендәге ике ҙур һыу ятҡылығы, яһалма күл булдыра, һыу тултырыу, таҙартыу, ағыҙыу өсөн инженер ҡоролмалары урынлаштыра, тип хәбәр итә  Ғафури районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

– Әле бында ете меңдән ашыу бағыр селбәрәһе йөҙә. Уларҙың һәр береһе яҡынса 100 грамм тарта. Эштәр былай барһа, йыл аҙағына 10 тонна балыҡ алырға мөмкин булыр.  Тимәк, тиҙҙән ғафуриҙар үҙ ерендә үҫтерелгән файҙалы балыҡты тәмләйәсәк, – ти эшҡыуар.

Бизнестың был төрөндә эш башлағанда байтаҡ сығым түгергә тура килә. Өс килограмлыҡ бағырҙы үҫтереп алыр өсөн өс йыл көн һайын тырышып эшләргә тура килә. Яһалма һыу ятҡылыҡтары булдырыуҙан тыш, ҡоролмалар һәм селбәрә алыр өсөн дә аҡса китә. Сығымдың бер өлөшө балыҡ өсөн ем алыуға һалына.

Эшҡыуар ҙур ниәттәр менән йәшәй. Селбәрәләр үрсетеүҙән тыш, Рафаэль туристик өлкәлә лә эшләргә уйлай.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.

Фото – Ғафури районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Файҙалы һәм тәмле балыҡты үҙҙәрендә етештерәләр
Файҙалы һәм тәмле балыҡты үҙҙәрендә етештерәләр
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас