+17 °С
Облачно
Милли проекттар
9 Февраля 2022, 07:48

Ял көндәре файҙалы үтә

Межгорье ҡалаһында Мәктәптән тыш эштәр үҙәгендә тематик ял көнө үткәрелә. Был юлы сара этник темаға арналды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Ял көндәре файҙалы үтәЯл көндәре файҙалы үтә
Ял көндәре файҙалы үтә

Межгорье ҡалаһында Мәктәптән тыш эштәр үҙәгендә тематик ял көнө үткәрелә. Был юлы сара этник темаға арналды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “СТЭМ”, “Халыҡ кәсептәре”, “Сувенир” берләшмәләренән балалар геральдика фәне тураһында һөйләште, республикабыҙ флагындағы төҫтәрҙең нимә аңлатҡанын иҫкә төшөрҙө, аквагрим эшләне. Шулай уҡ оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Балалар төҫтәр түңәрәге, милли кейемдәрҙә иң йыш ҡулланылған төҫтәр тураһында белде, ҡайып сигергә өйрәнде, иң состары хатта картина сикте, тип хәбәр итә  Межгорье ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Этник шәмбелә ҡатнашыусылар милли уйындарҙа ҡатнашҡанда ла, аҙаҡ бергәләп сәй эскәндә лә яңы белем ала: был ризыҡ ниҙән әҙерләнә, ҡайһылай бешерелә?

Сара “Мәғариф” милли проектының төп идеяһын тормошҡа ашырыу маҡсатында үткәрелә. Хәҙер Мәктәптән тыш эштәр үҙәгендә бындай тематик ял көндәрен даими ойошторорға ниәтләйҙәр.

Фото  –  Межгорье ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас