+10 °С
Ясно
Милли проекттар
9 Февраля 2022, 10:38

Үҙмәшғүлдәргә ярҙам

“Дәүләттән алған аҡсаға ағас менән эшләү цехы астым. Яратҡан шөғөлөм – ағастан өй йыһазы, баҫҡыстар һәм башҡа төрлө әйберҙәр эшләү – хәҙер миңә даими килем килтерә”, – ти Октябрьский ҡалаһынан Илшат Шәнгәрәев. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Үҙмәшғүлдәргә ярҙамҮҙмәшғүлдәргә ярҙам
Үҙмәшғүлдәргә ярҙам

“Дәүләттән алған аҡсаға ағас менән эшләү цехы астым. Яратҡан шөғөлөм – ағастан өй йыһазы, баҫҡыстар һәм башҡа төрлө әйберҙәр эшләү – хәҙер миңә даими килем килтерә”, – ти Октябрьский ҡалаһынан Илшат Шәнгәрәев.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты һәм эшһеҙ граждандарға булышыу буйынса дәүләт хеҙмәте сиктәрендә үҙмәшғүлдәргә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. 2021 йылда был программала Илшат Шәнгәрәев та ҡатнашты, тип хәбәр итә Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

 “2020 йылда төп эшемдән китеү менән бәйле мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иттем. Үҙәк хеҙмәткәрҙәренән үҙ эшеңде алып барыуға бер тапҡыр бирелә торған түләү хаҡында белдем. Ағастан төрлө әйберҙәр эшләү – яратҡан шөғөлөм. Был бизнес-идея өсөн этәргес булды.

Дәүләттән алған аҡсаға ағас менән эшләү цехы астым. Ағас әйберҙәр, баҫҡыстар, өй йыһазы  эшләү хәҙер миңә даими килем килтерә”, – тип һөйләй Илшат Ринат улы.

Быйыл эшҡыуар бизнесын киңәйтергә, клиенттарын арттырырға ниәтләй.

Фото – Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас