+9 °С
Облачно
Милли проекттар
8 Февраля 2022, 05:59

Мәшғүллек хеҙмәте һанлаштырыла

Башҡортостандың мәшғүллек хеҙмәте “Рәсәйҙә эш” (“Работа в России”) платформаһына күсә. Әле был порталда 1 миллион 555 мең эш урыны билдәләнгән. Улар араһынан 32 мең вакансия – Башҡортостан буйынса. Республиканан эш эҙләү буйынса алты мең резюме урынлаштырылған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәшғүллек хеҙмәте һанлаштырылаМәшғүллек хеҙмәте һанлаштырыла
Мәшғүллек хеҙмәте һанлаштырыла

Башҡортостандың мәшғүллек хеҙмәте “Рәсәйҙә эш” (“Работа в России”) платформаһына күсә.

Әле был порталда 1 миллион 555 мең эш урыны билдәләнгән. Улар араһынан 32 мең вакансия – Башҡортостан буйынса. Республиканан эш эҙләү буйынса алты мең резюме урынлаштырылған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Мәшғүллек өлкәһендә цифрлаштырыу сиктәрендә портал даими үҫешә. 2021 йылдың 1 июленән уның рәсми атамаһы – “Рәсәйҙә эш” мәшғүллек һәм хеҙмәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә берҙәм һанлы платформаһы. Ул федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы булып тора. Бында мәшғүллек өлкәһендәге бөтә дәүләт хеҙмәттәре лә ҡуйыласаҡ, тип белдерә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан Республикаһы – Рәсәйҙә 2021 йылдың ноябренән эш һәм эшсе эҙләүҙә булышлыҡ итеү буйынса электрон рәүештә хеҙмәт күрһәтеүгә күскән  тәүге 19 төбәк араһында. Мәшғүллек үҙәге, эш эҙләүселәр, эш биреүселәр араһында аралашыу шәхси кабинет аша алып барыла.

Порталда көн һайын Рәсәй төбәктәре буйынса 30 меңдән ашыу яңы вакансия ҡуйыла. Уның мөмкинлектәре менән ошо һылтанма буйынса таныша алаһығыҙ: https://trudvsem.ru/about.

Фото – БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас