

Тиҙҙән Асҡын районында йәшәүселәр өсөн сауҙа нөктәләрендә үҙҙәрендә етештерелгән һөт ризыҡтарын һатып алыу мөмкинлеге тыуа.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Һөт продукцияһын эшкәртеү һәм ҡаптарға тултырыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар алынған.
– Быйыл һөт продукцияһын район магазиндарына сығарырға планлаштырабыҙ. Сеймал урындағы ауыл хужалығы етештереүселәренән алына, килешеүҙәр төҙөлгән, – ти “Асҡын һөтсөһө” кооперативы рәйесе Фәнзәт Мөғтәбәров.
“Ни өсөн тап һөт етештереү йүнәлеше һайланығыҙ?” – тигән һорауға эшҡыуар “Был эш минең өсөн ҡыҙыҡ!” – тип яуаплай. Йәш эшҡыуар башта эре мөгөҙлө мал үрсетеү менән шөғөлләнә, артабан “Асҡын һөтсөһө” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ойоштора.
Ҡорамалдар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектының “Фермерҙарға ярҙам системаһы булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында килем килтереүсе проекттар сиктәрендә алынған, тип белдерә Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә һәр кем ҡатанаша ала. Бының өсөн “Башҡортостан Республикаһы инвестициялар порталы”нда ошо һылтанма буйынса ғариза ҡалдырырға кәрәк: https://investrb.ru/. Үҙ районыңдың бизнес-шерифына мөрәжәғәт итергә лә мөмкин.
Фото – Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.