+17 °С
Облачно
Милли проекттар
7 Февраля 2022, 07:18

Байтаҡ эш урыны булдырмаҡсылар

Нефтекама ҡалаһы хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә  татлы ризыҡтар етештереү һәм заманса пилорама булдырыу тураһында проекттар ҡаралды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Байтаҡ эш урыны булдырмаҡсыларБайтаҡ эш урыны булдырмаҡсылар
Байтаҡ эш урыны булдырмаҡсылар

Нефтекама ҡалаһы хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә  татлы ризыҡтар етештереү һәм заманса пилорама булдырыу тураһында проекттар ҡаралды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә быйыл “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” бишенсегә үтте, тип белдерә Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Шәхси эшҡыуар Роберт Ғәҙетдинов “Тәмле урын” тип аталған кондитер ризыҡтары селтәрен киңәйтергә теләй. Был маҡсатты тормошҡа ашырыуға уға өс миллион һум аҡса кәрәк. Әле бизнес-план төҙөлгән, бер ни тиклем кәрәкле ҡорамалдар алынған. Тәмлекәстәр, торттар ҡаланың өс сауҙа нөктәһендә һатыла. Эшҡыуар бизнесын үҫтерергә, ассортиментты киңәйтергә, 15 эш урыны булдырырға ниәтләй.

“Уралресурс” ойошмаһы етәкселәре Илмир Закиров менән Давтян Самвел “Заманса ҡала өсөн заманса пилорама” проектын тәҡдим итә. Предприятие үткән йылдан таҡталар етештерә. Эште заманса ойоштороу өсөн 26 миллион һум аҡса талап ителә. 23 эш урыны булдырыу ҡаралған.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусылар проекттарҙы ентекләп өйрәнде һәм эшҡыуарҙарға кәңәштәр бирелде.

Фото – Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас