+23 °С
Облачно
Милли проекттар
4 Февраля 2022, 08:37

Тиҙҙән документтар ҡабул ителә башлай

Ауылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Мәҫәлән, 2022 йылда “Агростартап” программаһы буйынса Башҡортостанда 125,4 миллион һум дәүләт ярҙамы күрһәтеү ҡарала. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Тиҙҙән документтар ҡабул ителә башлайТиҙҙән документтар ҡабул ителә башлай
Тиҙҙән документтар ҡабул ителә башлай

Ауылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Мәҫәлән, 2022 йылда “Агростартап” программаһы буйынса Башҡортостанда 125,4 миллион һум дәүләт ярҙамы күрһәтеү ҡарала.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Программа “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Өс йыл эсендә был проект буйынса республикала 232 яңы фермер хужалығы барлыҡҡа килде, тип хәбәр итә  БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Республикала аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте бөтә төрлө аҙыҡ-түлекте етештерә, – тип белдерә Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов. Ауыл хужалығында эшләргә теләүселәргә ҡош ите, он, сыр, ярма, йәшелсә етештереү отошло булыр, был продукция әлегә етешмәй, тип билдәләй ул.

Йәрмәкәй районынан Айрат Миңлеәхмәтов ауыл хужалығында эшләүҙең бар нескәлектәрен белә.

– Был өлкәгә улым алып килде. Ул күмәртәләп ярма һата. Ул миңә ярма етештереү буйынса цех асырға тәҡдим итте, кәңәштәре менән ярҙам итте, ҡоролмалар алып бирҙе, – ти ул.

2020 йылда хужалыҡ етәксеһе “Агростартап” конкурсында ҡатнаша,эшен үҫтереүгә өс миллион һум грант ала. Был аҡсаға кәрәкле ҡоролмалар һатып ала. Әле етештереүҙе киңәйтеү – пландары.

2022 йылда “Агростартап” конкурсына  документтар февраль айында ҡабул ителә башлай. Мәғлүмәтте БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтында табырға мөмкин.

Фото  БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан алынды.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас