

Балаҡатай районында үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ағастан конструктор эшләп сығарыу проекты ҡаралды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Александр Бекетовтың “Үҙем булдыра алам” проекты балалар өсөн ағастан конструктор эшләүҙе күҙ уңында тота.
Александр ағасты һырлау менән шөғөлләнергә ярата. Артабан яңы идеялар тыуа башлай. Балалар өсөн конструктор эшләй, киләсәктә уларҙы күпләп етештерергә ниәтләй. Уйынсыҡ эшләгәнен ул видеоға ла төшөрә. Фотоларҙы һәм видеоларҙы конструктор төҙөү буйынса инструкция итеп һала. Социаль селтәрҙәрҙә лә әүҙем эшләй.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә инвестиция проектына мәғлүмәти-консультация ярҙамы күрһәтергә ҡарар ителде, тип хәбәр итә Балаҡатай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Фото – Балаҡатай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.