+23 °С
Облачно
Милли проекттар
3 Февраля 2022, 07:11

Маҡсат ҡуй ҙа ялҡаулығыңды ең

Бәләкәстән ата-әсәһенә ярҙамлашып, мал йәнле булып үҫкән Рамазан Шәмсетдинов ун йыл элек шәхси ярҙамсы хужалыҡ булдырып, бер нисә баш тоҡомло мал ала һәм яратҡан эше менән шөғөлләнә. Үткән йылда ул “Агростартап” конкурсында ҡатнашырға була. Грант аҡсаһына МТЗ – 82 тракторы, роторлы бесән сапҡыс, тырма, башҡа кәрәк-яраҡ ала. Ошо арала һөттө һыуыта торған ҡулайлама,  15 баш мал да алырға ниәтләй. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Маҡсат ҡуй ҙа ялҡаулығыңды еңМаҡсат ҡуй ҙа ялҡаулығыңды ең
Маҡсат ҡуй ҙа ялҡаулығыңды ең

Бәләкәстән ата-әсәһенә ярҙамлашып, мал йәнле булып үҫкән Рамазан Шәмсетдинов ун йыл элек шәхси ярҙамсы хужалыҡ булдырып, бер нисә баш тоҡомло мал ала һәм яратҡан эше менән шөғөлләнә. Үткән йылда ул “Агростартап” конкурсында ҡатнашырға була. Грант аҡсаһына МТЗ – 82 тракторы, роторлы бесән сапҡыс, тырма, башҡа кәрәк-яраҡ ала. Ошо арала һөттө һыуыта торған ҡулайлама,  15 баш мал да алырға ниәтләй.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Балаҡатай районының Красный Муравей ауылында йәшәгән Рамазан Шәмсетдиновтың хужалығында әле барыһы 40 баш мал иҫәпләнә, уларҙың 25-е – һауын һыйыры. Бынан тыш, биш баш йылҡы малы ла бар, тип хәбәр итә Балаҡатай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Бизнес-план буйынса биш йылдан көтөү 160 баш малдан торорға тейеш.

 “Йәй көнө тәүлегенә ете центнер һөт алам. Уны Үрге Ҡыйғы ауылына алып барам. Малға аҙыҡ етә, грант ярҙамында техника ла еткерҙем. 240 гектар ерҙе ҡуртымға алдым. Киләсәктә фураж өсөн иген сәсергә йыйынам. Крәҫтиән эше еңел түгел, әммә маҡсат ҡуйып, ялҡауланмаһаң, уңышҡа ирешәһең”, – ти Рамазан.

Яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам итеү буйынса ойошторолған “Агростартап” конкурсы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Фото – Балаҡатай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас