

Үрге Тәтешле ауылының 1-се мәктәбе “Юғары ос!” республика белем биреү проектында ҡатнаша. Әле “Рулгә ултыр!” модуле буйынса 29 уҡыусы белем ала.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Был йүнәлеш урындағы ДОСААФ бүлеге менән тығыҙ бәйләнештә алып барыла. Үткән йылда проектта ҡатнашҡан 18 уҡыусы, уҡыуҙы уңышлы үтеп, машина йөрөтөү буйынса имтихан тапшырған. Быйыл был йүнәлеш буйынса 29 уҡыусы белем ала.
Башта уҡыусылар тоерияны өйрәнә, артабан белемдәрен практикала күрһәтә. Тәжрибәле уҡытыусылар һәм машина йөрөтөргә өйрәтеүсе белгестәр һәр кемгә иғтибар бүлә, тип хәбәр итә Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Рулгә ултыр!” модуле балаларға мәктәптә уҡығанда уҡ водитель курсы үтеү тураһында сертификат алырға мөмкинлек бирә”, – ти Рәсәй ДОСААФ ойошмаһының Тәтешле районы бүлексәһе етәксеһе Марс Сәмиғолов.
Сара “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото – Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.