

Тирә-яҡта – әкиәти тынлыҡ. Тәбиғәттең хозурлығы күҙҙе генә түгел, күңелде иркәләй, ирек, тиҙлек тойғоһо бар булмышыңды биләп ала... Саҡмағош районы Ҡара Ерек ауылы халҡы, саңғыла йөрөргә сығып, тәбиғәттән энергия, көс-дәрт алып ҡайтты.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Сара “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтте, тип хәбәр итә Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Ҡышҡы ял физик яҡтан сәләмәтлек өсөн генә түгел, күңел бөтөнлөгө, кәйеф күтәренкелеге өсөн дә мөһим. Ҡарлы урманда йөрөү нервыларҙы тынысландыра, көсөргәнештән арындыра”, – ти ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Розалия Сәхиева.
Фото – Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.