

Салауат ҡалаһының Ленин урамындағы аллеяны “Салауат Арбаты” тиҙәр. Был урын йылдан-йыл үҙгәрә, төҙөкләндерелә, күркәмләнә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Аллеяны комплекслы төҙөкләндереү 2019 йылда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә башлана. Асфальт урынына таш түшәлә, яңы сәскә түтәлдәре, газон барлыҡҡа килә. Машиналар йөрөгән яҡтан суйын кәртә ҡуйыла. Яҡтыртыу, видеокүҙәтеү системалары барлыҡҡа килә. Яңы эскәмйәләр урынлаштырыла. Барыһы ла белгән урам һепереүсе скульптура композицияһы ғына элеккесә ҡала.
Ағастарға эленгән гирляндалар йыл әйләнәһенә яҡтырта. Үткән йылда бында Салауат Юлаевтың тыуыуына 225 йыл тулыу айҡанлы ҡуйылған һәйкәл дә күсерелгән. Салауат әкиәте, ҡаланың көньяҡ һәм төньяҡ өлөштәрен тоташтырып, һәр кемдең кәйефен күтәрә, тип хәбәр итә Салауат ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Фото – Салауат ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.