

Ҡырмыҫҡалы ауылының Яңы урамында йәшәгән һигеҙ ғаилә өсөн йыл иҫ киткес шәп башланды – улар яңы фатирға күсте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Күп фатирлы йорттар (барактар) авария хәлендә тип танылған. Шуға ла унда йәшәгәндәргә элекке фатиры ҙурлығында яңы торлаҡ бирелә.
Рафиҡов урамындағы 22 фатирлы йортто Республика торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды төҙөй. Бөгөн улар яңы хужаларын ҡабул итергә әҙер, тип хәбәр итә Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Сара “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторола.
Фото – Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.