+9 °С
Облачно
Милли проекттар
31 Января 2022, 06:45

Социаль проекттарға – иғтибар

Яңауыл районы хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Эльмира Аҡманова ҡатнашты. “Никах студияһы” проектының маҡсаты – ҡала һәм район халҡын никахҡа әҙерләнгәндә кәрәк булған сифатлы мосолман әйберҙәре менән тәьмин итеү, сертификатлы хеҙмәтләндереү ойоштороу. Белгестәрҙе өйгә саҡырыу ҙа ҡаралған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Социаль проекттарға – иғтибарСоциаль проекттарға – иғтибар
Социаль проекттарға – иғтибар

Яңауыл районы хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Эльмира Аҡманова ҡатнашты. “Никах студияһы” проектының маҡсаты – ҡала һәм район халҡын никахҡа әҙерләнгәндә кәрәк булған сифатлы мосолман әйберҙәре менән тәьмин итеү, сертификатлы хеҙмәтләндереү ойоштороу. Белгестәрҙе өйгә саҡырыу ҙа ҡаралған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Эльмира Данил ҡыҙы район етәкселеге менән онлайн форматта осрашты. Проект авторы студия өсөн бина һайлау, финанс ярҙам алыу хаҡында һорауҙарын яңғыратты. Уға консультация ярҙамы күрһәтелде, тип хәбәр итә Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Студия проекты никах үткәреү өсөн кәрәк булған барыһын да үҙ эсенә ала. Кейем тегеү, ҡуртымға алыу, ойоштороусылар менән бергә алып барыусы, фотограф, видеоға төшөрөүсе, меню һайлау, тантана залын биҙәү кеүек мөмкинлектәр асыла”, – ти район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Салауат Ғилмиев.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһының инвестиция порталы аша яҙылырға мөмкин:  https://investrb.ru/).

Фото – Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас