

Туймазы районы Серафимовка ауылы музыка мәктәбе уҡыусыһы Диана Йыһаншина Ҡыш бабайға пианинола уйнарға өйрәнергә теләүе хаҡында хат яҙған. Ҡыҙҙың хыялы тормошҡа ашҡан – ул синтезаторлы булған!
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Быға “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһы булышлыҡ иткән, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһы “Демография” милли проекты сиктәрендә Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Хыялдар тормошҡа аша.
Фото – Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.