+10 °С
Ясно
Милли проекттар
27 Января 2022, 08:27

Социаль предприятие асырға теләйһегеҙме?

БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектын социаль предприятие итеп таныу тураһында ғаризалар һәм документтар ҡабул итә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Социаль предприятие асырға теләйһегеҙме?Социаль предприятие асырға теләйһегеҙме?
Социаль предприятие асырға теләйһегеҙме?

БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектын социаль предприятие итеп таныу тураһында ғаризалар һәм документтар ҡабул итә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

– Республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереү ҙур социаль һәм иҡтисади әһәмиәт ала бара, яңы эш урындары булдырыуға булышлыҡ итә. Социаль предприятие статусы алған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары дәүләт ярҙамына өмөт итә ала. Уларға  гранттар, белем биреү һәм акселерация программаларында түләүһеҙ ҡатнашыу мөмкинлеге инә, – тип билдәләй Башҡортостан эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектын социаль предприятие реестрына индереүгә документтар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә ҡабул ителә.

Документтар БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетында түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95-се йорт, каб. 342, тел.: 8 (347) 218-08-26.

БР социаль өлкә инновацияһы үҙәгенә лә тапшырырға мөмкин. Адресы: Өфө ҡалаһы, Индустриаль шоссе, 44/6, каб. 6-22, тел.: 8 (347) 264-62-90, сайт: https://ciss-rb.ru/, почта: mail@ciss-rb.ru.

“Минең бизнесым” үҙәге офистарында консультация алырға була.

Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас