+10 °С
Ясно
Милли проекттар
26 Января 2022, 07:51

Фермер булыу еңелме?

Борай районынан Фәйзуллиндар – тыуған яғын яратып, ҡәҙер итеп, хеҙмәте менән яҡташтарына ла файҙа килтерергә ынтылған ғаилә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Фермер булыу еңелме?Фермер булыу еңелме?
Фермер булыу еңелме?

Борай районынан Фәйзуллиндар – тыуған яғын яратып, ҡәҙер итеп, хеҙмәте менән яҡташтарына ла файҙа килтерергә ынтылған ғаилә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Башта ҙур булмаған участкала йәшелсә үҫтерәләр. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектының “Фермерҙарға ярҙам системаһы булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты сиктәрендә конкурста ҡатнашып, грант алалар. Был аҡса кәрәкле техника алыуға тотонола, тип хәбәр итә Борай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Эш башлағанда фермер 27 гектар ерҙе эшкәртһә, әле крәҫтиән-фермер хужалығы 82 гектар ерҙә йәшелсә һәм иген үҫтерә. Уңыш йәрминкәләргә сығарыла, шулай уҡ йәшелсәләр балалар учреждениеларына тапшырыла.

“Ҡурҡмаҫҡа, үҙ көсөңә ышанырға кәрәк”, – ти ғаилә башлығы Илфир Фәйзуллин.

Фото – Борай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Фермер булыу еңелме?
Фермер булыу еңелме?
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас