

2021 йылда “Минең бизнесым” үҙәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына 17 меңдән ашыу консультация һәм профиль хеҙмәте күрһәткән. Улар араһында финанс планлаштырыу, маркетинг һәм мәғлүмәти оҙатыу, хоҡуҡи мәсьәләләрҙе хәл итеү бар.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
– “Минең бизнесым” үҙәгенең бурысы – бизнес идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу һәм эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы сараларын тулыһынса ҡулланырға өйрәтеү. Үҙәктәр “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә булдырыла, – тип билдәләй БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.
Әле Үҙәктең офистары Өфөлә, Нефтекамала, Күмертауҙа, Октябрьскийҙа, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Бәләбәйҙә, Учалыла бар. 2022 йылда дүрт офис асыу көтөлә, тип хәбәр итә БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
“Минең бизнесым” үҙәге үткән йылда 140 сара үткәргән, уларҙа 7,3 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты ҡатнашҡан.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәһегеҙме? Консультация кәрәк булһа, “Минең бизнесым” үҙәге офистарына рәхим итегеҙ. “Ҡыҙыу линия” телефоны: +7 347 224-99-99. Сайт: https://cmbrb.ru/.
Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.