-4 °С
Облачно
Милли проекттар
24 Января 2022, 04:50

Гимназия яңыртыла

Өфөләге 115-се гимназияла реконструкция эштәре башланған. Был маҡсатҡа  600 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Гимназия яңыртылаГимназия яңыртыла
Гимназия яңыртыла

Өфөләге 115-се гимназияла реконструкция эштәре башланған. Был маҡсатҡа  600 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Гимназия 1967 йылда төҙөлгән. Комплекслы тикшереү һөҙөмтәһендә бинаның 80 процентҡа таушалғаны асыҡлана.

Төҙөлөш-монтаж эштәре башланған да инде. Әле демонтаж эштәре 99 процентҡа башҡарылған. Дәүләт заказсыһы – БР капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядсы – 1-се төҙөлөш идаралығы.

Проектҡа ярашлы, уҡыу йорто 1225 кешегә иҫәпләнә. Унда барыһы 49 кабинет буласаҡ, тип хәбәр итә БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Гимназия бинаһын реконструкциялау “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла, төҙөлөш эштәрен 2022 йылдың аҙағына тамамлау планлаштырыла.

Фото – БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас