-3 °С
Болотло
Милли проекттар
20 Ғинуар 2022, 07:35

Йылы күлде ниндәй үҙгәрештәр көтә?

Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге  Йылы күлдең яры, тирә-яҡ биләмәһе төҙөкләндерелә. Бында велосипед юлдары, саңғы  трассаһы, спорт һәм балалар майҙансыҡтары, ял итеү урындары булдырыла. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Йылы күлде ниндәй үҙгәрештәр көтә?Йылы күлде ниндәй үҙгәрештәр көтә?
Йылы күлде ниндәй үҙгәрештәр көтә?

Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге  Йылы күлдең яры, тирә-яҡ биләмәһе төҙөкләндерелә. Бында велосипед юлдары, саңғы  трассаһы, спорт һәм балалар майҙансыҡтары, ял итеү урындары булдырыла.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

– Йәштәргә айырым иғтибар бүленә. Әүҙем ял өсөн скейт-парк, футбол майҙаны, амфитеатр булдырыла. Түләүһеҙ пляж да ҡаралған, – ти Өфө ҡалаһы хакимиәтенең  архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ольга Сарапулова.

Проект өсөн 191,8 миллион һум аҡса бүленә, уның 178,6 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан.

Өфө ҡалаһының 450 йыллығына Йылы күл эргәһендә ишеү спорты күп функциялы комплексы төҙөлә. 396,1 миллион һумға төшкән спорт объекты Республика адреслы инвестиция программаһына индерелә.

 Төҙөкләндереү эшен 2023 йылда тамамлау күҙаллана, тип билдәләй Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Инорс биҫтәһендә булды, кәңәшмә үткәрҙе.

– Был ҙур, техник яҡтан ҡатмарлы ҡоролманы 2023 йылда асырға ниәтләйбеҙ. Эштәрҙе быйыл башлайбыҙ. Проектты тормошҡа ашырыуға аҡса һалынған да инде, – ти Радий Хәбиров.

Проект “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас