

Кушнарен районында Forest Glamp эко-отеле асылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Проекттың маҡсаты – тәбиғәттә ял итеү өсөн ҡуртымға йорттар биреү. Кушнарен районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, проект буйынса инвестиция күләме 50 миллион һум тәшкил итә. Эшҡыуар 10 эш урыны булдыра.
Эко-отель райондың Иҫке Ҡормаш ауылы хакимиәтенә ҡараған ҡарағай урманында урынлашҡан. Бында тәбиғәттең хозурлығына һоҡланаһың, ҡоштар һайрауына уянаһың, шул уҡ ваҡытта уңайлыҡтарҙан да мәхрүм түгелһең, ти ойоштороусылар. Карауаттар, йыһаз, аш-һыу әҙерләү өсөн кәрәк-яраҡ, душ, бәҙрәф бар.
Эко-отель “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә асылды.
Үҙ эшен асырға теләгән эшҡыуарҙар “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә саҡырыла. Бының өсөн ошо һылтанма буйынса инеп Башҡортостан Республикаһының инвестиция порталында ғариза ҡалдырырға кәрәк: https://investrb.ru/ru/ .
Фото – Кушнарен районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.