+23 °С
Облачно
Милли проекттар
19 Января 2022, 08:42

Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар

Саҡмағош районы Үрнәк ауылы мәҙәниәт йортонда “Ҡоштарҙы ашатығыҙ!” конкурс-программаһы ойошторолдо.   Ә һеҙ, дуҫтар, тағараҡ эшләнегеҙме?   #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ҡоштар – беҙҙең дуҫтарҠоштар – беҙҙең дуҫтар
Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар

Саҡмағош районы Үрнәк ауылы мәҙәниәт йортонда “Ҡоштарҙы ашатығыҙ!” конкурс-программаһы ойошторолдо.

 

Ә һеҙ, дуҫтар, тағараҡ эшләнегеҙме?

 

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Балалар беҙҙең яҡта ҡышлаған  ҡоштар тураһында мәғлүмәт алды, уларҙың кешеләргә файҙаһы хаҡында һөйләште. Иң яҡшы тағараҡ эшләү конкурсында бәләкәстәр генә түгел, атай-әсәйҙәр ҙә ҡатнашты. Улар төрлө-төрлө: ағастан, ҡатырға ҡаптан, пластиктан эшләнгән. Шулай уҡ балалар ҡоштарға арналған викторина һорауҙарына яуап бирҙе, тип хәбәр итә Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Бындай саралар үткәреү танып белеү йәһәтенән дә, тәрбиә яғынан да бик мөһим. Балалар ҡанатлы дуҫтарыбыҙ менән таныша, ҡулынан килгәнсә уларға ярҙам итергә өйрәнә”, – ти Үрнәк ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Роза Ғәбделисламова.

Сара “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә ойошторола.

Фото – Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас