

Башҡортостанда өс йыл эсендә “Һанлы иҡтисад” милли проектының “Мәғлүмәт инфраструктураһы” федераль проекты сиктәрендә өс меңдән ашыу социаль объект интернетҡа тоташтырылған. Был маҡсатҡа 1,8 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Атап әйткәндә, интернетҡа 1761 ФАП, 968 мәктәп һәм колледж, 199 ауыл хакимиәте, 74 янғын часы, 71 мәҙәниәт объекты һәм 13 китапхана тоташтырылған, тип хъәбәр итә БР Дәүләт идаралығы һанлы үҫеше министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостандың дәүләт идаралығы һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин билдәләүенсә, 2021йылдың сентябренә тиклем Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса республиканың бөтә мәктәптәре юғары тиҙлекле интернетҡа һәм Берҙәм мәғлүмәт тапшырыу үҙәгенә тоташтырылған. 2022 йылдан бөтә мәктәптәр өсөн трафик федераль ҡаҙна иҫәбенә түләнәсәк. 2022 – 2023 йылдарға пландар – мәктәптәрҙә юғары технологиялы инфраструктураны үҫтереүҙе дауам итеү. Был маҡсатҡа республикаға 1,4 миллиард һум субсидмя бүленә.
Фото – БР Дәүләт идаралығы һанлы үҫеше министрлығының матбуғат хеҙмәте.