

Ҡаҙаяҡ ауылы клубының өлкән мәҙәни ойоштороусыһы Ләлә Богатенкова “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” төбәк программаһында ҡатнаша. Яңы йыл байрамы алдынан ул торлаҡ алыу өсөн 500 мең һум субсидия алды.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Ләлә мәктәп йылдарынан сәхнәнән төшмәй: йырлай, бейей, шиғыр һөйләй, саралар алып бара... Тормошон мәҙәниәткә арнауы һис ғәжәп түгел. Ҡаҙаяҡ мәҙәниәт йортонда байрамдар күңелле, сағыу үтә. Ауыл халҡы, көндәлек мәшәҡәттәренән арынып, бар күңелен һалып байрам итә, аралаша, сараларҙа ҡатнаша. Ләлә Александровна балаларҙы патриотик тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бүлә, төрлө саралар үткәрә. Мәҙәни ойоштоусы Красный Восход ауыл биләмәһенән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм тыл хеҙмәтсәндәре хаҡында мәғлүмәттәр йыйыу эшен дауам итә. Клубта балалар өсөн түңәрәктәр эшләй.
– Үткән йылда Еңеү Борис Васильев повесы буйынса “А зори здесь тихие” спектаклен ҡуйҙыҡ. Күҙҙәренә йәш килгән тамашасылар үҙешмәкәр артистарға рәхмәт һүҙҙәре яуҙырҙы, – тип бүлешә Ләлә Богатенкова.
Тормош иптәше Максим – эштә лә уның уң ҡулы. Гитарала уйнай, йырлай, спектаклдәрҙә ҡатнаша, клубта хужалыҡ эштәрен алып барыуҙа ярҙамлаша. “Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеү – беҙҙең өсөн ҙур бүләк. Был субсидияны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонорға йыйынабыҙ”, – ти улар.
Программа “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә эшләй.
Фото – Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.