

2021 йылда Өфө спорт мәктәптәренә 52 миллион һумлыҡ кәрәкле ҡорамал, экипировка алынған.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Баш ҡаланың 23 муниципаль спорт мәктәбе өсөн ҡорамалдар һәм кейемдәр “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты сиктәрендә алынған.
Махсус әйберҙәр араһында ҡаяға үрмәләү өсөн тренажер, тимераяҡ, татами, байдарка, каноэ һ.б. бар. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, кәрәкле ҡорамалдар һәм инвентарь алыу спорт ойошмаларының матди-техник базаһын яҡшыртыуға булышлыҡ итә.
Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.