+15 °С
Облачно
Милли проекттар
17 Января 2022, 05:26

Уттан ҡалмай

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығында 2022 йылдың янғын хәүефе янаған миҙгеленә әҙерлек бара. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Уттан ҡалмайУттан ҡалмай
Уттан ҡалмай

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығында 2022 йылдың янғын хәүефе янаған миҙгеленә әҙерлек бара.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Урмансылар әҙерләгән планға урман, урман янғыны формированиелары, янғын техникаһы һәм ҡорамалы һаны, уларҙы йәлеп итеү, ҡулланыу тәртибе, урман участкаларын ҡуртымға алыусылар хаҡында мәғлүмәт индерелә.

Әле “2022 йылға Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урман янғындарын һүндереүҙең йыйылма планы” әҙерләү буйынса эш бара, ул артабан Федераль урман хужалығы агентлығы менән  килешелә, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Урман фондында янғынды булдырмау һәм тәбиғи янғындарҙан зыянды кәметеү буйынса эштәрҙе БР Урман хужалығы министрлығы “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты күрһәткестәренән сығып алып бара.

Фото – БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас