+15 °С
Облачно
Милли проекттар
13 Января 2022, 08:11

Матур башланғыс

Сәйетбабала яңы хоккей кортында тәүге турнир үтте. Унда Ғафури районының төньяҡ зонаһы ауылдары командалары көс һынашты. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Матур башланғысМатур башланғыс
Матур башланғыс

Сәйетбабала яңы хоккей кортында тәүге турнир үтте. Унда Ғафури районының төньяҡ зонаһы ауылдары командалары көс һынашты.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Был көндө Сәйетбаба, Ҡауарҙы, Юлыҡ ауылдары хоккейсылары көс һынашты, тип хәбәр итә Ғафури районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

– Ауылда хоккей спортын үҫтереүгә нигеҙ һалынды. Яңы хоккей майҙансығы буш тормай, балалар ҙа, ололар ҙа теләп шөғөлләнә. Был матур ҡышҡы спорт төрөн яратҡандарҙы берләштереп, турнирҙарҙы йышыраҡ үткәрергә ниәтләйбеҙ, – тине Сәйетбаба ауыл хакимиәте башлығы Венер Ҡунафин.

Осрашыу күңелле барҙы, сағыу мәлдәргә бай булды. Көсөргәнешле алышта ҡауарҙылар – өсөнсө, сәйетбабалар – икенсе, юлыҡтар беренсе урынға лайыҡ булды.

Хоккей корты “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты сиктәрендә булдырылған.

Фото – Ғафури районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас