+9 °С
Ясно
Милли проекттар
13 Января 2022, 09:02

Кисә – эшһеҙ, бөгөн – эшҡыуар

Кеҫәңдә аҡсаң булмаһа, кредит алмай ҙа үҙ эшеңде асырға була. “Демография” милли проекты һәм “Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт баҙарын көйләү һәм халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү” төбәк программаһы сиктәрендә бизнесты үҫтереүгә бер тапҡыр бирелә торған дәүләт ярҙамы алырға мөмкин. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Кисә – эшһеҙ, бөгөн – эшҡыуарКисә – эшһеҙ, бөгөн – эшҡыуар
Кисә – эшһеҙ, бөгөн – эшҡыуар

Кеҫәңдә аҡсаң булмаһа, кредит алмай ҙа үҙ эшеңде асырға була. “Демография” милли проекты һәм “Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт баҙарын көйләү һәм халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү” төбәк программаһы сиктәрендә бизнесты үҫтереүгә бер тапҡыр бирелә торған дәүләт ярҙамы алырға мөмкин.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Көньяҡ-көнбайыш район-ара мәшғүллек үҙәге филиалының Дәүләкән районы буйынса етәксеһе Ғарифулла Ҡотлоғәлләмов һүҙҙәренсә, дәүләт ярҙамына эшһеҙ тип табылған, шулай уҡ мәшғүллек хеҙмәте органдары йүнәлтмәһе буйынса һөнәри белем йәки өҫтәлмә һөнәри белем алған эшһеҙҙәр иҫәп тота ала. 150 мең һум самаһы аҡсаны эшҡыуарлыҡ өсөн тотонорға мөмкин. Юридик шәхес, шәхси эшҡыуар йәки крәҫтиән-фермер хужалығы булараҡ теркәлергә кәрәк була.

2021 йылда беҙҙең районда, мәҫәлән, бындай ярҙамды 17 кеше алды, тип хәбәр итә Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Программала ҡатнашыусылар мебель эшләү, металл эшкәртеү, тегеү предприятиелары һ.б. асҡан.

Фото – Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.     

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас