+2 °С
Облачно
Милли проекттар
12 Января 2022, 08:44

Һөнәрселәр һәм өйрәнсектәр

Дәүләкән тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында көршәк яһау кәсебе серенә төшөнәләр. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Һөнәрселәр һәм өйрәнсектәрҺөнәрселәр һәм өйрәнсектәр
Һөнәрселәр һәм өйрәнсектәр

Дәүләкән тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында көршәк яһау кәсебе серенә төшөнәләр.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Дәүләкән районы электән көршәкселәре менән дан тотҡан. Был кәсепте яңыртыуға “Мәҙәниәт” милли проекты һәм Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды гранттары конкурсы булышлыҡ итә. Махсус мейес һәм ҡулайлама (дөйөм хаҡы – 180 мең һум) алыуға яҙылған ғаризаға ҡул ҡуйыла.

Дәүләкәндә борондан көршәк яһау оҫталары йәшәгән, хатта халыҡ-ара йәрминкәләрҙә ҡатнашҡандар. Улар эшләгән әйберҙәр ныҡлы булыуы, ҡаты ергә төшһә лә ватылмауы менән билдәле булған. Балсыҡҡа ҡушылған “серле ингредиент” әлегә тиклем билдәле түгел.

Ануфриев эшләгән ҙур амфора музейға килеүселәрҙе таң ҡалдыра. Экспозицияла көршәктәр, башҡа һауыттар ҙа күп.

Мәктәп уҡыусылары ла балсыҡтан һауыттар әүәләп ҡараны, был шөғөлдө оҡшатты, тип хәбәр итә Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Артабан да музейҙа оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә ниәтләйҙәр.

Фото – Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас