+12 °С
Облачно
Милли проекттар
12 Января 2022, 09:32

Эштәр әүҙем бара

Өфөнөң Киров һәм Дим райондарында һыу менән тәьмин итеү һәм канализация объекттары төҙөү дауам итә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Эштәр әүҙем бараЭштәр әүҙем бара
Эштәр әүҙем бара

Өфөнөң Киров һәм Дим райондарында һыу менән тәьмин итеү һәм канализация объекттары төҙөү дауам итә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Инженер селтәре булдырыу Затон, Дим биҫтәләрендә, 8 Март, Романовка, Ветошников, Цветы Башкирии ҡасабаларында торлаҡ төҙөлөшө өсөн уңышлы майҙан барлыҡҡа килтерә. Бында киләсәктә 10 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ йорт төҙөү ниәтләнә.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, проектты тормошҡа ашырыу “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Торлаҡ” федераль проектына ингән “Стимул” программаһы сиктәрендә ҡаралған. 2023 йылға тиклем осорға иҫәпләнгән беренсе этапта 23,4 саҡрым һыу үткәргес, 27,5 километр канализация коллекторы төҙөү ҡаралған. Бының өсөн туғыҙ миллиард һум аҡса бүленә.

Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас