+23 °С
Облачно
Милли проекттар
9 Января 2022, 13:51

Өфөлә ниндәй урамдар ремонтлана?

2022 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы  Өфө урамдарында 15 участканы  нормаға килтереү ҡарала. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Өфөлә ниндәй урамдар ремонтлана?Өфөлә ниндәй урамдар ремонтлана?
Өфөлә ниндәй урамдар ремонтлана?

2022 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы  Өфө урамдарында 15 участканы  нормаға килтереү ҡарала.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, уларҙың дөйөм оҙонлоғо 20 саҡрымдан аша.

Иң ҙур объекттарҙың береһе – Затон шоссеһы. Уның оҙонлоғо 8,5 километр тәшкил итә.

Әле бөтә объекттар буйынса конкурстар ойошторолоп, подряд ойошмалары билдәләнгән, муниципаль килешеүҙәр төҙөлгән. Яҙ етеү менән юл төҙөүселәр эшкә тотонмаҡсы. Йүнәтеләсәк урамдарҙың тулы исемлеге  менән фотола танышырға мөмкин.

Бынан тыш, үткән йылда ремонт башланған урамдарҙа ла эштәр дауам итәсәк.

Фото –  Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас