+13 °С
Ясно
Милли проекттар
6 Января 2022, 10:31

Ауыл халҡы ҡыуана

Асҡын районы Ҡубыяҙ ауылында яңы модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлдө. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ауыл халҡы ҡыуанаАуыл халҡы ҡыуана
Ауыл халҡы ҡыуана

Асҡын районы Ҡубыяҙ ауылында яңы модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлдө.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Әле ауылда 1400 кеше йәшәй. Элекке ағас ФАП 1970 йылда төҙөлгән һәм күптән бөгөнгө нормаларға яуап бирмәй.

Яңы ФАП 2021 йылдың сентябрендә төҙөлә башлай. 69 квадрат метр майҙанлы бина тиҙ арала сафҡа индерелә.  Уңайлы, йылы, яҡты медицина пункты сифатлы медицина хеҙмәте күрһәтеү өсөн кәрәкле бар йыһаздар менән тәьмин ителгән.

ФАП “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” төбәк программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында асыла. Унда фельдшер Зөһрә Минаева менән акушер Резеда Нартдинова эшләй.

Фото – Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас