+21 °С
Облачно
Милли проекттар
3 Января 2022, 06:05

Уңыш уңғандарға йылмая

Йәрмәкәй районы “Шават” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ярымфабрикаттар етештерә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Уңыш уңғандарға йылмаяУңыш уңғандарға йылмая
Уңыш уңғандарға йылмая

Йәрмәкәй районы “Шават” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ярымфабрикаттар етештерә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

“2019 йылда район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы кәңәшмәлә  “Шават” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы булдырыу буйынса инициатив төркөм вәкиле Гөлназ Шәфиғуллинаның проектын ҡарағайныҡ. Башланғысты хуплап, БР Ауыл хужалығы министрлығы ойошторған конкурста ҡатнашыу өсөн документтар әҙерләргә ярҙам иттек. Коллектив, комиссия алдында лайыҡлы сығыш яһап, өс миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы алды һәм уны кооперативты үҫтереү өсөн тотондо”, – тип хәбәр итә Йәрмәкәй районы хакимиәтенең иҡтисад, эшҡыуарлыҡ, сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау бүлеге.

2021 йылда кооператив муниципаль программа сиктәрендә бинаны ҡуртымға алыуҙың һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙең бер өлөшөн ҡаплау өсөн  439 мең һум субсидия алды. 11 эш урыны булдырылды.

“Шават” кооперативы ярымфабрикаттар етештерә. Улар һыуытылған һәм туңдырылған килеш үҙ һатыу нөктәләрендә, магазин селтәрҙәрендә, маркетплейстар һәм “Россельхозбанк”тың “Свое. Родное” сауҙа майҙанында һатыла. Продукция шулай уҡ Йәрмәкәй районы мәктәптәренә ҡайнар аш әҙерләү өсөн килтерелә.

Кооператив төрлө күргәҙмәләрҙә лә ҡатнаша.  “Уңышыбыҙҙың сере – яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙә, татыу коллективта”, – ти кооператив рәйесе Гөлназ Тәвкил ҡыҙы.

Фото – Йәрмәкәй районы хакимиәтенең иҡтисад, эшҡыуарлыҡ, сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас