

Краснокама районы хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусы асыҡ һауала умартасылыҡ музейы булдырыу буйынса инвестиция проекты тәҡдим итте. Унда шулай уҡ туристарҙы ҡабул итеү, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, бал тәмләп ҡарау мөмкинлеге ҡаралған.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Инвестор өс яңы эш урыны булдырырға планлаштыра. Проекттың маҡсаты: халыҡты умартасылыҡ тарихы менән таныштырыу, уны популярлаштырыу, йәштәрҙе йәлеп итеү. Ауыл туризмын үҫтереү, шифалы апийорттар ҡуйыу теләге лә бар.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусылар был инвестиция проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итергә ҡарар итте, тип хәбәр итә Краснокама районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектының “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә фермерҙарға ярҙам системаһы булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторола.
Фото – Интернет селтәренән.