

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
2 миллиард 271 миллион һумдың өстән бер өлөшө – 821 миллион һум “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектының “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” төбәк проекты сиктәрендә бүленгән.
– Төбәк проектын тормошҡа ашырыуҙың өс йылында республикала 232 фермер хужалығы булдырылды. Ауылдағы бәләкәй бизнес вәкилдәренә 10,1 мең консультация хеҙмәте күрһәтелгән, ҡулланыусылар кооперацияһына 5,7 мең ҡатнашыусы йәлеп ителгән. Бынан тыш, 77 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы 143 миллион һум күләмендә субсидия алған, – ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына тағы ла “Эш башлаусы фермер”, “Ғаилә фермаһы”, “Ауыл хужалығы кооперативының матди-техник базаһын үҫтереү”, “Агропрогресс” грант программалары сиктәрендә дәүләт ярҙамы бүленә.
“2021 йылда ғына “Ғаилә фермаһы” һәм “Ауыл хужалығы кооперативының матди-техник базаһын үҫтереү” программаларында ҡатнашыусылар 115 яңы эш урыны булдырырға планлаштыра”, – тип белдерә Илшат Фәйзрахманов.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.