+14 °С
Облачно
Милли проекттар
23 Декабря 2021, 04:41

Ауыл эшҡыуарҙарына ярҙам ҙур

Туймазы районының Иҫке Туймазы ауылынан Фәнис Вәлиев көнбағыш майы етештерә башлаған. Был эште башлауға “Агростартап” программаһы буйынса алынған өс миллион һумлыҡ грант мөмкинлек бирә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ауыл эшҡыуарҙарына ярҙам ҙурАуыл эшҡыуарҙарына ярҙам ҙур
Ауыл эшҡыуарҙарына ярҙам ҙур

Туймазы районының Иҫке Туймазы ауылынан Фәнис Вәлиев көнбағыш майы етештерә башлаған. Был эште башлауға “Агростартап” программаһы буйынса алынған өс миллион һумлыҡ грант мөмкинлек бирә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Грант аҡсаһына фермер кәрәкле ҡорамалдар алырға ниәтләй. Алдан ул район хакимиәтендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашып, “Агростартап”та ҡатнашыр өсөн документтар әҙерләүҙә ярҙам һораған ине, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Агростартап” гранты “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектының “Фермерҙарға ярҙам системаһы булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты сиктәрендә бирелә.

Фото – Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас